Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Intel Corporation (МФА: [ˈɪntɛl ˌkɔːpə'reɪʃən]) — күп төрлө электрон ҡорамалдар һәм компьютер компоненттары, шул иҫәптән микропроцессорҙар, система логикаһы тупланмалары (чипсеттар) һ.б. етештереүсе АҠШ корпорацияһы. Штаб-фатиры — Санта-Клара ҡалаһында, АҠШ-тың Калифорния штаты.